А.Назаровтың сәхифәһенән: "Мин, ғәҙәттә, үҙем ҡараған фильмдар тураһында яҙмайым, әммә бөгөн ҡағиҙәнән тайпылам. Әле кинотеатрҙарҙа – Благовещен районынан булған яҡташыбыҙ Николай Яковлевич Киселев тураһында төшөрөлгән "Тоғролоҡло" ("Праведник") фильмы бара. Ул 1942 йылда Белоруссия ерендә оккупациянан 218 йәһүдте алып сыҡҡан. Бер нисә ай буйына улар урман буйлап йөрөй, ваҡыты-ваҡыты менән немецтарҙың һөжүменә эләгеп, уларҙы кире ҡаға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Оскар Шиндлерҙан айырмалы рәүештә, уның батырлығы киң йәмәғәтселеккә аҙ билдәле. Киселев көн һайын үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, йөҙҙәрсә кешене ҡотҡара. Уны йыш ҡына Библия геройы Муса менән сағыштыралар. 2005 йылда Израилдә Николай Яковлевичҡа "Донъяның тоғролоҡло кешеһе" ("Праведник мира") исеме бирелә. Йыл һайын Тель-Авивта ул ҡотҡарған кешеләрҙең ике меңдән ашыу вариҫы уны хәтергә алыр өсөн йыйыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға Советтар Союзы Геройы исеме биреүгә тәғәйенләнгән документтар һалынған самолет бәреп төшөрөлә, шуға ла Алтын Йондоҙ алыу насип булмай. 1990 йылдарға тиклем уның батырлығы билдәһеҙ була – Киселев үҙе был хаҡта бик һөйләп бармай. Хәҙер Николай Яковлевичҡа, генерал Шайморатовҡа биргән кеүек, үлгәндән һуң Герой исеме биреү буйынса эш алып барыла. Ундай геройҙарҙы һәр кем иҫтә тоторға тейеш – улар гуманлылыҡ, фиҙакәрлек өлгөһө булып тора. Бөйөк Еңеүҙең ысын символдары. Улар арҡаһында донъяның меңәрләгән кешеһе ижад итеү, ҡыуанып йәшәү мөмкинлегенә эйә. Улар кеүек үк, ватандаштарыбыҙ бер йыл инде Тыуған илебеҙ сигендәге махсус хәрби операцияла ҡатнаша, илдең суверенитеты һәм беҙҙең тыныс тормош өсөн көрәшә". Яҙма, фото: vk.com/agnazarov