4 мартта Салауат ҡалаһында самбо буйынса бөтә Рәсәй турниры үткәрелде. Ул был спорт төрөнөң бөтә союз буйынса чемпионатының 50 йыллығына арналды. Уны 1973 йылда СССР профсоюздарының спорт йәмғиәттәре ойошторған. Ошондай уҡ сара Салауат ҡалаһында ла үткәрелгән. Иң көслө спортсы исеменән республиканан һәм күрше төбәктәрҙән 2007-2009 йылғы 130-ҙан ашыу спортсы үҙ көсөн һынаны, тип хәбәр итте республиканың Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте. “Бындай ярыштар быға тиклем дә беҙҙә үткәрелде, бөгөн дә ойошторолдо һәм ойоштороласаҡ”, тип белдерҙе Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Олеся Арестова. “Тап ошо ҡалала мин самбо буйынса СССР-ҙың спорт мастеры булдым. Бында йыш ҡына ярыштар, йыйылыуҙар ойошторолдо. Салауатта, бөгөнгө кеүек үк, һәр ваҡыт спорт майҙансығы шәп булды. 50 йыл элек ошондай уҡ ярыштарҙа Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин ҡатнашты. Бөгөнгө көнгә тиклем ул Салауат ҡалаһы һәм шул саҡтағы самбо буйынса бөтә СССР чемпионаты тур