Мәскәүҙә Рәсәй төҙөлөш аҙналығы барышында “Торлаҡ комплексы-2023” конкурсында – яңы төҙөлгән торлаҡ комплекстары араһында – призлы урындарҙы яулаусыларҙы билдәләнеләр. Башҡортостандан өс проект “Иң яҡшы торлаҡ комплексы” төбәк номинацияһы еңеүсеһе тип билдәләнде. Ә был номинацияла барлығы 13 комплекс бар ине. - Башҡортостан төҙөүселәре йыл һайын был конкурста ҡатнаша, күп тапҡыр призлы урын, еңеү яуланылар. Республика өсөн был сараның әһәмиәте – үҙ проекттарыбыҙҙы тотош илгә танытыу, шулай уҡ торлаҡ төҙөлөшөндәге заманса ҡарарҙар менән федераль кимәлдә уртаҡлашыу, - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Жюри тарафынан “Беренсе трест” компаниялар төркөмө төҙөгән “Grand&Grand” торлаҡ комплексы Башҡортостандағы иң яҡшы торлаҡ комплексы тип танылған. Икенсе урында – “Баҡса ҡуласаһы” компаниялар төркөмөнөң “Tau House” торлаҡ комплексы. Өсөнсөлә – “Талан” төҙөүселәр төркөмөнөң “Конди Нова” билдә кварталы” торлаҡ комплексы. Быйыл конкурста рекорд һанлы 1513 номинат ҡатнашҡан. Был – 674 төҙөүсенән 1057 торлаҡ комплексы. Конкурс комиссияһы финалға сыҡҡан 293 төҙөүсе ойошма араһынан 133 еңеүсене, 246 призлы урын яулаусыны билдәләгән. Еңеүселәр быйыл апрель – ноябрь айҙарында Рәсәйҙең Берҙәм төҙөүселәр ресурсының төбәк конференцияларында наградланасаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) төп маҡсаттарының береһе – үрҙә әйтелгән һәм башҡа сараларҙа ил төбәктәренең, төҙөүселәренең тәжрибәһен берләштереү, уңышлы ҡарарҙарҙы асыҡлау. Фото: vk.com/tauhouse