Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙҙағы “Геоспейс Технолоджис Евразия” яуаплылылығы сикләнгән йәмғиәте “Росгеология” өсөн ҡорамалдар етештерә. “Геоспейс Технолоджис Евразия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Гудков һәм “Росгеология” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры, идара рәйесе Сергей Горьков күптән түгел тейешле килешеүгә ҡул ҡуйҙы. – “Геоспейс Технолоджис Евразия” йәмғиәте, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ярашлы, Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге менән берлектә ойошторған бизнес-миссияларҙа әүҙем ҡатнаша. Былтырғы йомғаҡтарға ҡарағанда, компания экспорт күләмен элгәре йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек арттырған һәм үҙенең продукцияһын Америка Ҡушма Штаттарына, Ҡаҙағстанға, Белоруссияға оҙатҡан, – тине республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Фото: foreign.bashkortostan Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/415543#scroll