Һуңғы арала республикала үлемесле авариялар һаны кәмене. Тимәк юлсыларҙың һәм властарҙың тырышлығы үҙенең һөҙөмтәһен бирә башланы. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аңһыҙ ҡазалар ҙа осрап тора шул. Бөгөн иртә менән М-5 “Урал” трассаһының 1478-се километрында булған аварияла кеше ғүмере өҙөлдө. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Hyundai Solaris машинаһы водителе ниндәйҙер сәбәп буйынса юл ситендә торған ҙур йөк машинаһына килеп бәрелгән. Бәрелеш бик көслө булған, еңел машина водителе урында йән биргән. Уның кәүҙәһен емерелгән автомобиль эсенән һөйрәп сығарыу өсөн ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға тура килгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы белгестәре урынға килгән һәм уны сығарған. Урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләгән. Улар был аварияның сәбәптәрен асыҡлай. Күренеүенсә, әле республикала һаман бурандар ҡотора. Барлыҡ ашығыс хеҙмәттәр беҙҙе иҫкәртә һәм артыҡ кәрәге булмаһа, юлға сыҡмай тороуҙо һорай. Кәңәштәргә ҡолаҡ һалайыҡ, дуҫтар. Әгәр бик йөрөргә кәрәк икән, барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Бынан һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмере тора. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.