Күптән түгел Күгәрсен районының Йомағужа ауылында йәшәгән Нәйлә Әхмәтгәрәева менән Зилә Йәнбулатованың Әлшәй районындағы Сусаҡтау итәгендә гармунда уйнап, йырлы сәләм юллауы тураһында яҙып, видео менән уртаҡлашҡайныҡ. Уларҙың видеояҙмаһы бик күп ҡарау, комментарий йыйғайны. Әле бына улар тағы бер матур йырлы сәләм яҙҙырып һалды. Был юлы һауа торошона, йәғни көн ҡаҙағына бәйле “Иртә буран, кис тә буран” йырын башҡара улар. Ысынлап та, һуңғы көндәрҙә республикабыҙ биләмәләрендә арыу уҡ ҡар яуып, буранлап тора. Шуға күрә күптәрегеҙ "Ишек алдында йөрөйөм, ҡарҙар яуһа, көрәйем" тип йырлай-йырлай ҡар көрәйҙер... Күгәрсендең талантлы ҡыҙҙары тураһында тағы бер тапҡыр ҡыҫҡаса ғына һөйләп үтәбеҙ. Зилә Йәнбулатованы яҡташтары шағирә булараҡ тә белә, уның һүҙҙәренә Риф Бикбаев байтаҡ йырҙар ижад иткән, улар сәхнәләрҙә йыш яңғырай. Зилә бала сағынан гармунда уйнай, атаһы оҫта гармунсы булған. Апаһы Рәйлә менән ҡустыһы Илгиз дә гармун менән дуҫ. Нәйлә Әхмәтгәрәева – Ишембай районының Һарғай ауылы