Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Илсеғол ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә ҙур фольклор байрамы – ҡышҡы һабантуй гөрләп үткән. “Сарала ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға сағыу йөкмәткеле программа әҙерләнгән ине. Райондың ижади коллективтары әҙерләгән бай концерт, ат сабыштары, уҡтан атыу, тәмле аш-һыуҙар рәттәре һәм башҡа төрлө халыҡ уйындары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Байрамға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгән ине. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитет ағзаһы Морат Лоҡманов, Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллин, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Айҙар Заһиров, Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Ҡадиров ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Ҡышҡы һабантуйҙы юғары кимәлдә ойоштороусыларға, башҡорт халҡының милли йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү һағында торғандарға рәхмәт һүҙҙәре әйтелде, “Айы