Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һуңғы ун йылда тап ошондай ойошмалар артҡан

Былтыр республикалағы 24 меңдән ашыу пациентҡа юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелгән. Бының өсөн былтыр аҡса күләме, 2020 йыл менән сағыштырғанда, 18 процентҡа – 3,6 миллиард һумға тиклем артҡан. Башҡортостан бюджеты сығымдары 1,1 миллиард һум тәшкил иткән. Федераль бюджеттан 250,7 миллион һум аҡса бүленгән һәм файҙаланылған. Юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүҙең 40-тан ашыу проценты йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһына тура килә. Икенсе урында – травматология һәм ортопедия (20 процент). 6-шар тирәһе процент онкология менән офтальмологияға тура килә. Былтыр 54 ағзаларҙы трансплантациялау эшләнгән (39 бөйөр, 10 бауыр, 5 йөрәк). Донор базалары 13 медицина ойошмаһында урынлашҡан. Юғары технологиялы медицина ярҙамынан халыҡ та файҙаланыу мөмкинлегенә эйә. Бындай әмәлиәттәрҙе көтөү ваҡыты ла ҡыҫҡартылды. Быларҙың барыһы ла һуңғы ун йылда юғары технологиялы медицина ярҙамын күрһәткән медицина ойошмаларының ете тапҡырҙан ашыуға артыуы һәм 38-гә етеүе менән бәйле, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Юғары технологиялы медицина ярҙамын күрһәтеү тураһындағы ҡарар Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы комиссияһы тарафынан медицина ойошмаһынан документтар килгән ун көн эсендә ҡарала. Ыңғай ҡарар ҡабул ителһә, документтар кәрәкле йүнәлештәге юғары технологиялы медицина ярҙамын күрһәткән, федераль йәки төбәк медицина ойошмаһына йүнәлтелә. Фото: health.bashkortostan.ru