Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һәмән фермеры яугирҙәргә ҡорбан салған

Баймаҡ районы Билал ауыл китапханасыһы, гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы Райхана Булатова хәбәр итеүенсә, Һәмән ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Ришат Әминев махсус хәрби операция биләмәһендәге ир-егеттәр иҫәнлегенә бағышлап ҡорбан салдырған. Мәсеттең имам-хатип вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фәнүз Үҙәнбаев аят уҡып изге теләктәрен еткергән. "Ҡорбанға һуйылған тана итен быҡтырып, тушенкаларҙы Ришаттың тормош иптәше Лариса Дәрүәт ҡыҙы етәкселегендә Баймаҡ үҙәк дауаханаһының ашхана хеҙмәткәрҙәре эшләне. Уларҙың теләктәре бер: ир-егеттәр имен-һау, еңеү менән йөрөп ҡайтһын, илдәр тыныс булһын!Ришатҡа барлыҡ ауылдаштар исеменән рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡорбандар ҡабул булһын, имен-һау эшләп йөрө, бәрәкәтле оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләйбеҙ!"- тип яҙған Райхана Эдуард ҡыҙы. Фото һәм текст сығанағы: Райхана Булатова.