Киң тирəсле аҡ эшлəпə кейгəн кɵйəҙ ханым ҡулындағы гɵллəмəне таҡтаташ аҫтындағы һикəлтəгə һалды ла, ҡалтыранып торған ҡыҙыл ирендəрен иркə ҡыйшайтып, илап ебəрергə самаланы. Шулай ҙа үҙен тыйҙы: бɵҙрə керпектəрен елпеүестəй етеҙ һелкеп йəштəрен киптерҙе лə ҡысҡырып:– Ул һары раузалар ярата ине, – тип бышылданы. Ҡыҫылған тауышы ҡарлыға биреп сыҡты. – Һəм, – тип дауам итте. Тəрəн һулыш алыр ɵсɵн туҡтап торҙо – үкһеүен йотто. – Һəм үҙе яратҡан кешелəргə – һуңғы һүҙгə тəрəн мəғəнə һалып баҫым яһаны, – һары раузалар бүлəк итергə ярата ине.– Быныһы кем булды? – тип бышылдашты мəктəпкə күренекле дəүлəт эшмəкəре, депутат, етəксе Хəйҙəр Нурлығаянов исемен биреү тантанаһына йыйылған ауылдаштары. – Бисəһеме əллə?– Юҡсы, Фəнилə килен ана тора лаһа, силсəүит менəн мəктəп директорының уртаһында.– Анау ҡаҡса ғына һɵймəлеклеһеме?Бышылдашыу үтə ҡуйыра башлағас, Фəнилə ауыл советы рəйесенə:– Бар, ҡустым, сығып ситкəрəк алып кит, – тип шыбырланы. – Юғиһə, Гɵлəндəмдең тамашаһы үтə оҙаҡҡа һуҙылмаҡсы...Тантана артабан дауам итте. Яратҡандарына һары раузалар ғына бүлəк итеп йɵрɵмəгəн икəн Хəйҙəр Нурлығаянов. Ошонда йыйылған яҡташтарына байтаҡ изгелектəр ҙə ҡылып ɵлгɵргəн. Һуғышта ятып ҡалған яугирҙең əсəһенə пенсия юллашҡан, фронтовиктың ɵй ҡыйығын яңырттырған, ауылға тиклем юл һалдырған. Ə инде белем алырға ярҙам итеп ебəрешкəндəрҙең иҫəбе-һаны юҡ: мине лə уҡырға индерҙе, мине лə, тип торған урындарынан ҡысҡырышалар. Уныһын инде Фəнилə үҙенең елкəһендə татыған, йылына ике ай фатирҙарында ҡунаҡханалағы кеүек кеше мыжғып тора торғайны. Туғандар, таныштар, дуҫтар – башта үҙҙəре, унан, йылдар үткəс – балалары... Ғүмер буйы. Уның байы ҡайҙа ғына барма – бɵтɵнɵһɵ ихлас, рəхмəтле. Əле лə Хəйҙəр булмышының күркəмлеге йоҡҡан кеүек күҙҙəрен балҡытып торалар. “Хəйҙəр менəн икебеҙ генə күрше ауылға етенсе класҡа йɵрɵп уҡыйбыҙ, – тип балалыҡ дуҫы һүҙ алды. – Яҙлы-кɵҙлɵ кеше ɵҫтɵндə ятҡы килмəй, кɵн һайын ҡайтып йɵрɵйбɵҙ. Үҙегеҙ белəһегеҙ, юлды дүрт шишмə ҡыйып үтə. Ҡоро саҡта тауыҡ кисерлек тə, ямғырҙа ҡотороп ташалар. Шуларҙың һып-һыуыҡ һыуын иртəн дə кисəбеҙ, кис тə. Үҙəктəргə генə үтə инде. Үҙебеҙ ас кернə, хəлһеҙбеҙ. Мин бигерəк селəүсен кеүекмен. – Йыйылған халыҡ ɵҫтɵнəн еңелсə кɵлɵшɵү үтə. Тɵптəн йыуан сыҡҡан мыҡты ирҙе сибек итеп күҙ алдына килтереүе ҡыйын. – Яҙғыһын бер кислəп ҡайтып килһəк, Еллеғая йылғаһы шашып ташҡан да киткəн. Кɵндɵң йылыһында үҙəктəрендə ятҡан ҡар гɵрлəтеп ирегəндер, күрəһең. Ажғырып аҡҡан һыуға ҡараған да ҡатҡанбыҙ. Ауыл ҡул һономонда – кире боролорға самабыҙ юҡ. Хəйҙəр ҡулымдан шаҡара тотоп алды. Ул кəүҙəгə еллерəк бит инде. Билдəн кисеп килə инек, мин яҙатайым баҫып тайып киттем дə ҡулымды ысҡындырҙым бит. Нисек ағып барғанмын, Хəйҙəр ҡайһылайтып һɵйрəп сығарған?.. Күҙемде асҡас, ҡысҡырып илап ебəрҙе. Мине үлде тип уйлаған икəн. Үкереп иланы. Шунан əйтеү əйтте.– Ҙурайып ҡына алайым, – тине. – Ошо ауылға бер ҙур мəктəп һалдырып ҡуймаһаммы?!Нəҙерен үтəр ɵсɵн күпме кɵс түкте, барыбер тɵҙɵтɵп ҡуйҙы бит мəктəпте”. Кеше сығып тора, һɵйлəп тора: “Əгəр Хəйҙəр булмаһа шунда... Əлдə Хəйҙəр булды” тигəн һүҙҙəр ҡат-ҡат ҡабатлана. Тик ниңə бынау йəш килен боршалана?– Фəнилə еңгə, – ти киленсəк, ниһайəт, түҙемлеген юғалтып. Ауылдаштары ɵсɵн Хəйҙəр “ҡусты” ла “ағай” булғас, Фəнилə барыһына ла “килен” дə “еңгə”. – Ҡара əле...Бер яҡ ситтəрəк бəһлеүəн ирҙең – ауыл советы рəйесенең киң күкрəгенə убылып əлеге ҡупшы ханым һулҡылдай.– Нишлəй ул? – тип бышылдай ир-азаматтың кəлəше. – Ғəлимйəнде оятҡа ҡалдыра лаһа был?Ебəккə тɵрɵлгəн аҡ ҡына тулы кəүҙəне ҡосоп торорға мəжбүр булған ирен дə ҡыҙғана, бɵгɵн иртəнсəк кенə сынъяһау итеп кейҙергəн ап-аҡ күлдəкте лə йəллəй. Ханымдың керпектəрендəге мул ҡара буяҡ, эҫе күҙ йəштəренə ебеп, түшен бысратып ҡына бɵтмəһə ярар ине...Ə Ғəлимйəн уныһын-быныһын абайларлыҡ түгел: алһыу ҡолаҡтар артынан аңҡыған затлы хушбуй башты əйлəндерə, эшлəпəнең ҡаты тирəсе эйəк аҫтын ҡыра. Тулҡынланыуҙан манма тир үҙе: ҡасан тейə əле бындай хɵрмəт кɵн-тɵн эш тип сапҡан ауыл мужигына.– Еңгə, берəй нəмə эшлə инде, – тип ыуалана ҡатыны иһə йəне кɵйɵп.– Сабыр ит, – тип бышылдай Фəнилə. – Ғəм халыҡ алдында үҙеңде тый. Əмəлгə күрə Нурлығаяновтың хеҙмəттəштəре ҙур бүлəктəр менəн килгəн. Улар элекке етəкселəренең исеме ҡушылған мəктəпкə лə, мəҙəниəт йортона ла, ауыл советына ла ɵлɵш сығара. Бүлəк ҡабул итер ɵсɵн саҡырылғанға еңел һулап, был татлы əсирлегенəн саҡ ысҡына рəйес.– Гɵлəндəм, – тип ханымҡай янына килергə мəжбүр Фəнилə. – Ауыл кешеһе тойоғоларҙы улай шаран-яран асыуҙы хуп күрмəй, һин үҙеңде бер аҙға ҡулда тот инде.– Яҡшы, яҡшы, – тип ризалаша һала ҡатынҡай, пудра һауытының кɵҙгɵһɵнəн ҡашын-күҙен байҡап. Реклама алдамаған былай, керпек буяуы ысынлап та сифатлы. Уны ямғар һыуы түгел, тоҙло күҙ йəше лə йыуа алмаған. *** – Ни булды был? – Янып барған бит алмаларын устары менəн ҡаплай һаман тыныслана алмаған килен.– Хəйҙəр ағайымды ни тиклем ҡаты яратҡанын беҙгə тамаша ҡылды, – тип əсе теллəнə Фəнилəнең ике туған бикəсе Зарифа. – Ни тип шуны эйəртеп алып килдең һуң, еңгə?– Ағайың хаҡында китап яҙа...– Аптыратаһың һин беҙҙе, еңгə! Кɵнлəшмəйһең дəме?– Тере саҡта кɵнлəшмəгəнде, – ти ҡатын. – Инде хəҙер нимə бүлешергə?– Ə теге мəлдə ни ҡыланғаны... Уны ни хəл ғəфү итмəк кəрəк! – тип баш сайҡай бикəс. Үҙе тағы һаҡһыҙ əйтеп ташлағанына үкенə. Тик былай ҙа болоҡһоу кɵн икеһен дə хəтирəлəр упҡынына һɵйрəй. ...Бɵткɵһɵҙ халыҡ ағымы мəҙəниəт һарайының вестибюленə ҡуйылған йəшел табутты урай. Залда һаңғырау геүелдəү аҫылынып тора. Кешелəр бер-бер артлы Фəнилə янына килə, күҙҙəренə ҡарап, арҡаһынан һɵйɵп, ниҙер һɵйлəй. Тағы кемдеңдер үҙенə йүнəлгəнен абайлаған һайын ытырғанып ҡата ҡатын, сɵнки һəр ҡағылыу – түҙгеһеҙ һыҙланыуға сəбəп, əйтерһең дə уның тиреһен тунап алғандар ҙа ул ошо ғəм араһына сеп-сей ит булып ҡанһырап баҫып тора. Шуға күрə уның ҡужрайып, ҡулдарын йəн-яҡҡа йəйеп: “Зинһар теймəгеҙсе, яҡын килмəгеҙ инде”, – тип ҡысҡырғыһы килə. Тик улай ярамай. Түҙергə кəрəк. Сɵнки был һыҙланыу инде ғүмер ахырына ҡəҙəр бер минутҡа ла баҫылмаясаҡ. “Ҡайғыңды уртаҡлашабыҙ", "Хоҙай һиңə ярҙам бирһен инде", – тигəн һүҙҙəргə күҙҙəре менəн генə рəхмəтен белдерə. Ауыҙын асмай, ҡурҡа: эсендəге ялҡын урғылып килеп сығыр ҙа эргəһендəге кешелəрҙе, тотош ғалəмде үртəр...Ҡыйын саҡтары элек тə булғаны бар, тормош бит, хəсрəт урап үтмəй. Тик кɵскə тейенеп ҡабат йəшəп китер ɵсɵн Хəйҙəрҙең һоҡланыулы ҡарашы етə лə ҡуя торғайны. Ə хəҙер ул ана урталағы йəшел ҡапта ята. Берəү сеңлəй, бəғерҙəрҙе телə тауышы:– Ул үлергə тейеш түгел ине! Түгел! – Кемдер, күрəһең илаусының ауыҙын баҫа, əллə тыны быуылыуҙан шыма, шунан йəнə үҙəк ɵҙгɵс һыҡтау. Мейене сəнсеп, үҙəкте ɵҙɵп ғазаплай был илау. Ҡайғы бар ерҙə ундай шау-шыу хилаф кеүек. Түҙгеһеҙ!Тап ана шул мəлдə тойҙо мɵғжизə тəьҫирен Фəнилə, Хəйҙəр уны ярҙамһыҙ ташлаймы һуң? Йəне килде лə күбəлəк кеүек күкрəгенə ҡунды, йɵрəктəн саҡ ҡына юғарыраҡ. Гɵмбɵгɵп шешкəн урынға əсəһе дегəнəк япрағы бешереп япҡанда шулай рəхəт йылы тарала торғайны бала саҡта. Ҡамсы кеүек һəленгəн ҡулына хəл инде, усы менəн ҡаплай һалды һɵйгəненең йəнен. Үҙе, аҡылымдамынмы тигəн кеүек, икенсе ҡулын күтəреп эргəһендəге балаһын ҡапшаны. Ə торомбаш кеүек ҡара кɵйгəн ҡыҙынан күҙен алмаған əсəһе Фəнилəнең был хəрəкəтен, йɵрəге сəнсеү тип ҡабул итеп һиҫкəнде. – Ул ҡатынды берəй нисек тыйып булмаймы ни? – тип бышылданы ул, балаһы ɵсɵн ғажиз булып.– Ире валериан тамыҙған һыу күтəреп эргəһендə йɵрɵй. Бая иҫһеҙ ҡолағастын, врачтар укол ҡаҙап һушына килтереп алды, – тип шыбырҙай кемдер.– Иҫһеҙ ята биреп торһа булған да шул. – Берəү шулай тип ҡуя аптырағас.Ə теге ярһып һамаҡлауға сыҙап ҡына торорлоҡ түгел бит... Үҙенə һыйынған тɵпсɵгɵн ситкəрəк этеп, ҡуҙғала Фəнилə, сɵнки был тауышты унан башҡа һис кем туҡтата алмаҫын белə. Ел ɵрһəң осоп китер кəүҙəһен туп-тура тотоп, һыҡтау яңғыраған яҡҡа атлай. Йɵрəген тотҡан. Уның нимə телəгəнен аңламағаны ла, аңлағаны ла, ҡаушап, аптырап, шомланып, йəллəп, ҡыҙыҡһынып уға теклəгəн дə юлынан ситкə тайпыла. Ə мɵйɵштəге ҡара күн диван ɵҫтɵндə донъяһын онотоп бер ҡатын аунай.– Гɵлəндəм, – ти Фəнилə уның эргəһенə килеп, илаусы тыны быуылып туҡталып торған арала. Тауышында талапсан сабырлыҡ. Тирə-яҡ шым. Кеше ошондай мəлдə лə тамаша кɵҫəй. Гɵлəндəм үкһеүенəн туҡтап башын күтəрə. – Гɵлəндəм, – тип ҡабатлай Фəнилə. – Хəйҙəр ағайың менəн беҙ һəр саҡ һинең тойғоларыңды ихтирам иттек. Əйҙə һин, исмаһам бɵгɵн генə үҙеңде бер аҙ ҡулда тот инде.“Ə бит киҫəткəйнем, һине, балам, – тип уйлағандыр əсəһе шунда. Əйтерһең, кешене, һарыҡ бəрəсен кɵтɵүҙəн айырғандай, яҙмышанан ҡамалап алып ҡалып була. (Дауамы бар).