Найти тему
Башҡортостан гәзите

Табип та, ирекмән дә ул!

Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Һөйөү һәм рәхмәт тойғоһо менән!” байрам балы ойошторолдо. Гүзәл заттарҙы яҡынлашып килгән 8 март байрамы менән ҡотларға Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин килде. Саранан һуң Максим Забелин социаль селтәрҙә был байрам тураһында яҙып, үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. “Һоҡланғыс ҡунаҡтар араһында – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүсе йәмәғәтселәр һәм ирекмәндәр, гуманитар ярҙам күрһәтеүгә лайыҡлы өлөш индергән эшҡыуарҙар. Яраланған яугирҙәрҙең ғүмерен һәм һаулығын ҡотҡарған, Донбасста йәшәүселәрҙе дауалаған табиптарҙы һәм шәфҡәт туташтарын айырым билдәләп үтәм. Ярҙам күрһәтеү өсөн махсус хәрби операция зонаһына 14 медицина бригадаһы, өс волонтерҙар төркөмө ебәрелде. Бал ҡунаҡтары араһында – 43-сө поликлиниканың табип-терапевы, ветерандар һәм радиация йоғонтоһона дусар булған кешеләр менән эшләү буйынса яуаплы Ирина Бүләкбаева. Өҫтәмә рәүештә ул кисектергеһеҙ медицина ярҙамы хеҙмәтенең өлкән табип-терапевы булып эшләй. Иринаның ире, Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, хәҙер мобилизацияланған һәм махсус хәрби операция зонаһында. Ә Ирина Валерьяновна үҙенең төп эшенән һәм ҡыҙҙар тәрбиәләүенән тыш, “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ Башҡортостан” һәм “Башҡортостандың ышаныслы тылы” ирекмәндәр хәрәкәттәрендә ҡатнаша. Башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә махсус һауыт-һаба, плед, термо кейем, толстовка, башлыҡтар тегә, маскировка селтәрҙәре үрә, әҙер изделиеларҙы гуманитар ярҙам йыйыу пункттарына алып бара. Һис шикһеҙ, был рәхмәт һүҙҙәре бөгөн илгә ярҙам иткән һәр ҡатын-ҡыҙға тәғәйенләнгән. Берҙәмлектә генә Ватаныбыҙҙы яҡлай һәм Еңеүҙе яҡынайта аласаҡбыҙ. Ғаиләләрегеҙгә һаулыҡ, йылылыҡ һәм именлек теләйем. Изге эштәр үҙегеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын. Етеп килгән яҙғы байрам менән һеҙҙе!” – тип яҙҙы ул. Фото: "Бәйләнештә".