Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Һөйөү һәм рәхмәт тойғоһо менән!” байрам балын үткәреү урынына әйләнде. Гүзәл заттарҙы яҡынлашып килгән 8 март байрамы менән ҡотларға Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин килде. Байрам ҡунаҡтары, төрлө һөнәр эйәләре бөгөн вальс көйҙәрендә әйләнә һәм бал бейеүҙәре донъяһына сума алды. Уларҙың партнерҙары – Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт дәүләт хореография колледжы, "Вираж" бал бейеүҙәре халыҡ ансамбле, “Ассамблея” тарихи бейеү студияһы, “Держава” төркөмө, БДПУ-ның хореография бүлеге, “Ритм” ансамбле, Өфө Комаров исемендәге Балалар ижады йортоноң “Серпантин” студияһы тәрбиәләнеүселәре. Максим Забелин билдәләүенсә, яҙғы балға республиканың иң сибәр ҡатын-ҡыҙҙары йыйылған. Улар беҙҙең дөйөм еңеү өсөн байтаҡ эш башҡарған һәм башҡара, махсус хәрби операция зонаһында табиптар һәм шәфҡәт туташтары булып эшләй. Балда ҡатнашыусылар араһында – ирекмәндәр, эшҡыуарҙар һәм йәмәғәтселәр. “Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса һеҙгә рәх