Ишембай районында “Передовик” ауыл хужалығы кооперативы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской деятельности") тормошҡа ашырыу барышында алынған грант аҡсаһына иген киптереү комплексы төҙөнө, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. "Көҙгө ямғырлы осорҙа иген культураларын һәм көнбағышты киптереү айырыуса ауыр. Был проблемаға менән күп кенә фермерҙар тап була. Дәүләт яғынан финанс ярҙамы менән грант программаһы сиктәрендә беҙ иген киптереү комплексы өсөн техника һәм ҡорамалдар, телескоп тейәгес, тағылмалы ике самосвал һатып алдыҡ. Был үҙебеҙҙең продукцияның сифатын һәм күләмен арттырырға мөмкинлек бирҙе. Ауыл хужалығы кооперативтарына ярҙам итеү буйынса бындай программаларҙа беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмайбыҙ, 2018 йылда төбәк килем килтереүсе проекттар программаһында ҡатнаштыҡ. Ул саҡта өс миллион һум күләмендәге грант аҡса
Ауыл хужалығы кооперативында - иген киптереү комплексы
7 марта 20237 мар 2023
1 мин