Бәләбәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бәләбәй ҡалаһындағы Войков һәм Совет урамдары киҫелешендә сауҙа павильоны менән заманса туҡталыш комплексы асылды. Бында сәскә, бик күп матур сувенирҙар һатып алырға мөмкин. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡаралды. Унда инвестор сәскә магазинын асыу буйынса фекере менән уртаҡлашты, объект өсөн урын һайлауҙа ярҙам һораны. Эле сауҙа объекты эшләй ҙә башланы. Әйткәндәй, яңы комплекс Спорт һәм Әҙәби скверҙар араһындағы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) нигеҙендә төҙөкләндерелгән биләмәнең дөйөм концепцияһына тап килде. Ҡалала иҫке туҡталыштарҙы алмаштырыу йәһәтенән эш дауам итә. “Яңы сауҙа нөктәһенә киләсәктә үҫеш теләйем. Һатып алыусылар ҡәнәғәт, рәхмәтле булһын!“ – тине Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев. Фото: contenta.info Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/418036#scroll