Благовар районы башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, 4 мартта Благовар районының Яныш ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә «Беҙҙең урам – матур урам» тип аталған ҙур йыйын үткән. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов та ҡатнашҡан. Шәхси сәхифәһендә ҡалдырған яҙмала ул тәьҫораттары менән бүлешкән. “Ошо көндәрҙә "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә Благовар районының Яныш ауылында булырға насип итте. Ауыл бик үҙенсәлекле, урамдар буйлап ауыл тарихын тергеҙеү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡлы. Тарихи яҙманы Башҡорт урамынан (Башҡорт осо) башларға мөмкин. Ауылға нигеҙ һалғандарҙың нәҫел-нәсәбе Ҡаңлы ырыуы башҡорттарына барып тоташа. Был яҡтарға татар халҡы күсерелгәс, Баҙар урамы барлыҡҡа килгән, яңы мәсет төҙөлөү менән Мәсет урамы һәм башҡалар үҫеп сыҡҡан. Дөйөм алғанда, ауылдың структураһы тармаҡлы ағас кеүек, унда, ағас ҡулсаларындағы ише, урамдар буйынса тораҡ пункттың оло тарихын күрергә мөмкин. Конкурста ауыл халҡы урамдар менән таныштыр