Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Донъяла изгелек һәм бәхет утрауҙары бар..."

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә сираттағы пост яҙған. Унда түбәндәге һүҙҙәр бар: "Бер аҙ шәхси мәғлүмәт. Беҙҙе уратҡан һәм ябай булмаған, ә ҡайһы саҡта асыҡтан-асыҡ ҡурҡыныс һәм дошмандарса булған донъяла изгелек һәм бәхет утрауҙары бар - был беҙҙең ғаиләләребеҙ, дуҫтарыбыҙ, Башҡортостаныбыҙ һәм, әлбиттә, бөйөк Рәсәйебеҙ... Барыһына ла яҡшы ял көндәре теләйем! Р.S. Фотола - Йәсмин. Үҫә. Яғымлы, аҡыллы көсөк. Бер саҡ уның нисек беҙҙең ғаиләбеҙгә килеп эләгеүе хаҡында яҙғайным. Ул да беҙҙең йорт ағзаһы”, - тип яҙған Радий Фәрит улы. Беҙ ҙә уның теләктәренә ҡушылабыҙ һәм барығыҙға ла имен, матур ялдар теләйбеҙ! Фото: Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.