Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ике-өс көн эсендә атҡарыла

Башҡортостанда, социаль газ үткәреү проектына ярашлы, газ бүлеү селтәрҙәре объекттарына милек хоҡуғын иҫәпкә алыу һәм теркәү эше әүҙем атҡарыла, тип хәбәр итте “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Программаға ярашлы, йыл һайын дәүләт кадастр иҫәбенә 1,5 меңдән ашыу газ үткәргес дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйылған һәм уларға хоҡуҡ теркәлгән. Был дөйөм һандың 58,6 процентын (2,6 мең) тәшкил итә. – Республикала газ үткәреүҙең һөҙөмтәле системаһын ойоштороу буйынса сараларҙы тәьмин итеү маҡсатында “Росреестр” идаралығы тарафынан ҡыҫҡа ваҡыт эсендә – ике-өс эш көнөндә атҡарыла. Закондар тарафынан иҫәпкә алыу һәм теркәү процедураһына 12 эш көнө ваҡыт ҡаралған, – тине “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец. Тағы идаралыҡта хәбәр итеүҙәренсә, алып барылған был эш берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрын күсемһеҙ милек тураһындағы мәғлүмәттәр менән тултырыу өсөн төбәк планын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Бынан тыш, тағы был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын бойомға ашыра. Граждандар социаль газификациялау программаһынан файҙалана алһын өсөн ер участкаһы ла, өй ҙә милек итеп рәсмиләштерелгән булырға тейеш. Ошо эштәрҙе атҡарғандан һуң, ғариза яҙырға мөмкин буласаҡ. Фото: pro-dachnikov.com #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан