Бөгөн "Торатау" конгресс-холында төрлө өлкәлә ең һыҙғанып эшләгән бер төркөм гүзәл зат йыйылды. Етеп килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. Р. Хәбиров билдәләүенсә, изге эштәрҙә, мәрхәмәтлелектә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың рухи йомартлығы сағыла, улар йәш быуынға рухи ҡиммәттәрҙе, йолаларҙы тапшыра, илһөйәр итеп тәрбиәләй. "Ҡатын-ҡыҙҙар Ватан яҙмышы өсөн юғары яуаплылыҡ тоя. Һәм бөгөн, ир-егеттәр Тыуған ил һағына баҫҡанда, гүзәл заттарыбыҙ уларға ышаныслы терәк булыу, рух ныҡлығы биреү, батырлыҡҡа илһамландырыу өсөн берләште”, – тине ул. Башҡортостан Башлығы тәүлек әйләнәһенә яралыларҙы ҡараған, реабилитация үтергә, ҡайтанан сафҡа баҫырға ярҙам иткән табибәләргә, ирекмәндәргә, ғөмүмән, хәрбиҙәр, уларҙың яҡындары, бигерәк тә яуҙа һәләк булған батырҙарҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күргән һәр кемгә ҙур рәхмәт белдерҙе. Ҡотлау сығышынан һуң Радий Хәбиров гүзәл зат вәкилдәренә Башҡортостандың дәүләт наградал