"...Йөрәк баштарына ҡан һауҙырғанЙөрәк ярып сыҡҡан бала икән"... Башҡорт халыҡ йыры "Ғайса".Уйлы заманУллы әсәләргә – уйлы заман.Яугир оҙатҡанға – бигерәк!Улар менән бергә уйланмаған,Уфтанмаған кеше бик һирәк.Көнөн-төнөн ҡылған беҙҙең доғаҺалдаттарҙың булһын ҡалҡаны....Өҙгөләнеп бөгөн һәр кем теләйТыныс илдә ҡояш ҡалҡҡанын!Әсәһенең оло йөрәккәйенЙөрәгенә улы иш итһә;"Иҫән генә әйләнеп ҡайт!" тигәнҺүҙен саҡрым аша ишетһә:Икеләтә ғәйрәт артып китерҠуш йөрәкле ғәййәр яугирҙә.Изге доғаларҙың, теләктәрҙеңБелә көсөн, бәҫен яу гиҙгән.Аҡ күгәрсен булып, шат хәбәрҙәрИлде иңләп тиҙҙән осорҙар."Һин дә еңеүсе!" – тип уландарыҒәзиз әсәләрен ҡосорҙар.Амин!Фото: vk.com/bashbat
"Йөрәк баштарына ҡан һауҙырған йөрәк ярып сыҡҡан бала икән..."
Около минуты
14 марта 2023