13 мартта Тегеранда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ирандың ауыл хужалығы министры Джавад Садати-Нежад менән осрашты. Яҡтар агросәнәғәт өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һорауҙарын тикшерҙе. Һүҙ тәүге сиратта ауыл хужалығы продукцияһы менән үҙ-ара тәьмин итеүҙә ассортиментты һәм күләмде киңәйтеү тураһында барҙы. Башҡортостандан Иранға бойҙай һәм үҫемлек майы экспортлайҙар ҙа инде. Ауыл хужалығы министры урман һәм малсылыҡ продукцияһын һатып алыуға ла ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Шулай итеп Иран Башҡортостанда “Хәләл” стандарты буйынса етештерелгән 5 мең тонна һыйыр итенә тәүге контракт төҙөргә әҙер. - Киләсәктә беҙҙең тауар әйләнеше йылына әлеге 100 миллиондан 400 миллион долларға тиклем етеүе ихтимал, - тине Джавад Садати-Нежад. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, агросәнәғәт комплексы өлкәһендә берлектәге проекттар Башҡортостан - Иран эшсе төркөмөнөң көн тәртибенә индереләсәк. Бының өсөн яҡтар үҙ-ара бәйләнеште координациялау буйынса яуаплы вәкилдәрҙе билдәләгән. - Республика Иранға һе