Балаҡатай районы хакимиәтенең Мәҙәниәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, балалар сәнғәт мәктәбе музыка ҡоралдары, махсус ҡорамалдар һәм уҡытыу-методик әҙәбиәт менән тәьмин ителде. Хәҙер һәр шәмбе сәнғәт мәктәбендә интерактив таҡтаны файҙаланып, академик һүрәт яһау курсы үткәрелә. Сәнғәт мәктәбендә төп уҡыу программаһын үҙләштергән балалар юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына инеү өсөн имтихандарға әҙерләнә. Курстарҙа “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса һатып алынған мольберттарҙы ла файҙаланалар. Унда уҡыусылар төшөргән предметтың күләмен сағылдырырға, композицияны форматҡа ярашлы урынлаштырырға, штриховка яһарға өйрәнә. Киләсәктә был белем уларға уҡырға ингәндә мотлаҡ кәрәк буласаҡ. Фото: contenta.info Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/420927#scroll