Бөгөн республиканың һәр ауыл, ҡалаһынан махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр өсөн көндәлек кәрәк-яраҡтар, йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлектән тыш, халыҡ үҙ аҡсаһына һатып алып "УАЗ" автомобилдәре, үҙҙәре эшләп "тәгәрмәсле" мунсалар ебәрә. Баймаҡ районының Темәс ауылы халҡы ла яҡташтарына сираттағы гуманитар ярҙам туплаған. Был хаҡта ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова хәбәр итә. "Сираттағы гуманитар ярҙам тупланыҡ. Уны йыйыуға урындағы эшҡыуарҙар, ерле халыҡ ҙур өлөш индерҙе. Темәстәр бергәләшеп яуҙағы яҡташтарына быҡтырылған ит, кейем-һалым, махсус аяҡ кейеме-берцы, тәм-тәм тупланы. Шулай уҡ күмәкләшеп аҡса йыйып "тәгәрмәсле" мунса эшләне. Уның эсен йыуыныу кәрәк-яраҡтары менән тултырҙы. Бынан тыш УАЗ автомобиле лә ебәрелде. Уның эсенә иһә эсәр һыу ҡойоу өсөн ҙур һауыт һәм генератор урынлашҡан. Шулай уҡ Иҙел Ситдыҡов ир-егеттәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡорбан салды һәм ауылдаштарын мәсеткә йыйып, аят уҡытты,"- ти Айгөл Ғүмәр ҡыҙы. Афарин, темәстәр! Эшләгән изгелектәрең меңләтә үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын! Фото һәм текст сығанағы: Айгөл Байрамғолова.