Башҡортостанда баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәр комплекслы кадастр эштәренә үҙаллы заказ биргәндә субсидияға өмөт итә ала. Башҡортостан Хөкүмәтенең 2021 йылдың 16 июнендә ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы, сығымдарҙы кире ҡайтарыуға субсидия күләме 90 процент тәшкил итә. Был хаҡта “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец Башҡортостандың Баҡсасылар союзы рәйесе Ринат Миһранов менән осрашыуҙа хәбәр итте. - Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрын көнүҙәк мәғлүмәттәр менән тултырыу, ер менән бәйле бәхәстәр һанының кәмеүе, бюджет иҫәбенә ер участкалары сиктәрен аныҡлау менән бәйле 2018 йылдан республикала комплекслы кадастр эштәре атҡарыла. Шулай итеп, 2022 йылда Өфө һәм Күмертау ҡалаларындағы һигеҙ баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәте участкалары сиктәре аныҡланды. Быйылға ошондай эштең Өфө ҡалаһы һәм Өфө районындағы алты баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәтендә атҡарыуҙы планлаштырҙыҡ, - тип белдерҙе Петр Клец. Идаралыҡ етәксеһе баҡсасылар һәм дачала йәш