Кисә иртәнсәк Учалы районының Учалы – Баҙарғол автомобиль юлының дүртенсе саҡрымында, Иманғол ауылы янында, ошо райондан 43 йәшлек водитель “Форд Фокус” автомобилендә ҡаршы һыҙатта хәрәкәт иткән “ГАЗ Соболь” автомобиленә бәрелә. Был икенсе машинала Белорет ҡалаһынан 64 йәшлек ир була. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Форд Фокус” водителе алған йәрәхәттәрҙән йән бирә. Икенсе үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы Дүртөйлө районында теркәлгән. М-7 “Волга” трассаһының 1239 километрында ”Опель Астра” һәм ҡаршыға килгән “Газель” йөк машинаһы бәрелешкән. Тәүгеһенең 41 йәшлек водителе - ваҡиға урынында, ә уның 15 йәшлек улы дауаханала аңына килмәйенсә вафат булған. Шулай уҡ ирҙең 46 йәшлек ҡатыны ауыр йәрәхәттәр менән медицина учреждениеһына оҙатылған. “Һәр водитель ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығыуҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереүен яҡшы аңларға тейеш. Ҡағиҙә булараҡ, үҙеңдең еңел фекерләүең өсөн бик юғары хаҡ, ә ҡайһы саҡта хатта кеше ғүмерҙәре менән түләргә тура килә. Йыш ҡына тәртип боҙғандар үҙҙәре