Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан делегацияһы - Иранда

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселек иткән Башҡортостан делегацияһы Иранда. Тегеран аэропортында делегацияны Ирандың сәнәғәт, рудниктар һәм сауҙа министры урынбаҫары Мөхәммәт Мосави ҡаршы алды. Программала – эшлекле осрашыуҙар, шул иҫәптән – Ирандың иҡтисади мәсьәләләр буйынса вице-президенты Мохсин Резаи, министрҙар, ҙур компаниялар етәкселәре менән. “Был сәфәр беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы һәм мөһим. Республика делегацияһы составында – Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, Иран менән хеҙмәттәшлеккә ҡыҙыҡһыныу белдергән компаниялар вәкилдәре. Иҡтисадтарыбыҙ структураһы оҡшаш. Был йүнәлештә беҙ бер-беребеҙҙе тулыландыра алабыҙ. Тағы бер бурыс: Иранды Башҡортостан халҡы өсөн дә асыу. Шуға күрә беҙ фекер алышасаҡ мәсьәләләр араһында туризм да бар. Өфө менән Тегеран араһында тура рейс асырға ла тәҡдим итәбеҙ”, – ти Башҡортостан етәксеһе. Был сәфәр тураһында Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә лә яҙҙы: “Беҙ Иран менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирәбеҙ, бөгөнгө санкциялар баҫымы шарттарында был үтә әһәмиәтле, – тип яҙҙы ул. – Иран – боронғо мәҙәниәтле ғәжәп ил, беҙ уны Башҡортостанда йәшәгәндәр өсөн дә асырға ниәтләйбеҙ”. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.