Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөрйән тайы кемдә?

11 мартта “Башҡортостан” дәүләт ҡурсаулығының үҙәк утарында “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары-2023” үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан, күрше төбәктәрҙән ҡунаҡтар килде. Байрам туризмды үҫтереү, мәшһүр эпосыбыҙ “Урал батыр”ҙы популярлаштырыу, башҡорт халҡының традицион уйындарын, ярыш төрҙәрен тергеҙеү маҡсатында йыл да үткәрелә. Сарала "Ылаҡ" ат спорты уйыны, “Ауҙарыш” конкурсы, йәйәнән уҡ атыу буйынса традицион ярыштар, суҡмар ырғытыу, арҡан тартыш, балалар өсөн төрлө бәйгеләр ойошторолған. Байрамда йырсы Заһир Зәйнетдинов сығыш яһаған. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, иң мәргән уҡсыға тай вәғәҙәләнгәйне. Ул еңеүсегә бүләк ителде. Был хаҡта “Башҡортостан” дәүләт ҡурсаулығы директоры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов хәбәр итте. – “Башҡортостан” дәүләт ҡурсаулығының төп бүләге – тай – йәйәнән уҡ атыу буйынса чемпион, Баймаҡ районы егете Тимур Өмөтбаевҡа тапшырылды. Еңеүсене ҡотлайбыҙ, уға киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ, – тине А. Бейембәтов. Фото: vk.com/bashzapovednik.