“Рәсәй экология операторы” компанияһы етәксеһе Денис Буцаев менән осраштыҡ. Көн үҙәгендә мөһим мәсьәлә – ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә объекттар ойоштороу буйынса өс ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырыу. Ошондай объектты төҙөү өсөн ярайһы етди аҙымдарҙың бер-бер артлы килеүе кәрәк: ер участкаларын файҙаланыу категорияһын үҙгәртеү, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса килешеү төҙөү, проект-смета документтарын эшләү, күп төрлө экспертизаларҙы, шул иҫәптән дәүләт экологияһы экспертизаһын үтеү кәрәк. Талаптар унда бик ҡаты. Йыл башында Юл картаһын актуалләштерҙек. Йәйгә тиклем Краснокама һәм Дүртөйлө райондарында “төҙөлөшкә сығырға” тейешбеҙ. Өфө агломерацияһында комплекслы объект ойоштороу өсөн ер һайлана. Объекттар масштаблы, Президент тарафынан ҡуйылған мәсьәләләргә ярашлы төҙөлә. Концессия килешеүҙәре нигеҙендә төҙөлә һәм федераль үҙәк ярҙамында тормошҡа ашырыла. Денис Петрович республикала ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүгә юғары баһа бирҙе. Тариф эҙемтәләре буйынса