Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм кесаҙна төнөндә йәки йома көндөҙ "Әл-Кәһф" (“Мәмерйәләр”) сүрәһен уҡырға ҡушҡан. Был сүрә Пәйғәмбәребеҙгә Мәккәлә сағында иңдерелгән. Ул 110 аяттан тора.Дүрт төп тема: 1) иман менән һынау (9 – 26-сы аяттар),2) байлыҡ менән һынау – хәлле һәм ярлы кешеләр тарихы (32 – 44-се аяттар),3) белем менән һынау – Муса пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) һәм Әл-Хызыр (60 – 82-се аяттар),4) хакимлыҡ итеү менән һынау – Зөлҡәрнәй һәм Йәьжүж менән Мәьжүж халыҡтары (83 – 98-се аяттар). "Әл-Кәһф" сүрәһенең тәүге ун аятын ятлап алған кеше Дәжжәлдән һаҡланған булыр", – тигән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм (Мөслим йыйынтығынан). 21 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса). Автор фотоһы.