Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының талантлы йәш йырсыһы Алмас Сирусин, ысын таланттарға хас булғанса, бик тыйнаҡ. Үҙен танытыу өсөн төрлө алымдар ҡулланып шау-шыу ойоштороу уға бөтөнләй ят. Шуғалыр ҙа, тамашасы-тыңлаусылары уны хөрмәт итә, йырға булған һаҡсыл ҡарашын үҙ итә. Алмастың тауышы киң диапазонлы, моңло, хисле. Ул халыҡ йырҙарын да, заманса әҫәрҙәрҙе лә оҫта башҡара. Репертуарына ҡарата бик иғтибарлы, талапсан. Шуға ла был йырсы башҡарыуында еңел-елпе йырҙар ишетеү мөмкин түгел. Иртәгә, 21 мартта, өмөтлө йәш талантыбыҙ туған филармонияһында үткән тәүге шәхси концертына саҡыра. Ижадындағы ошондай ҙа иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы уның менән әңгәмәләшеп алдыҡ. – Алмас, мөһим ваҡиға алдынан ниндәй тойғолар кисерәһең? – Тәүге шәхси тамашамды аңлатып бөткөһөҙ тойғолар менән ҡаршылайым, ныҡ тулҡынланам. – Әҙерлек нисек бара? – Ныҡ әҙерләнәм, әлбиттә, өҙлөкһөҙ тигәндәй репетиция бара. Концерт тураһында былтыр уҡ уйлана башлағайным, эш шул саҡтан уҡ бара, тиергә мөмки
Моңло тауышлы йырсыбыҙ Алмас Сирусин тәүге концертында көтә!
20 марта 202520 мар 2025
1
1 мин