Республикала билдәле башҡорт ғаиләһе – Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Тамыр» балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина менән Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтар рухлы, телен һөйгән балалар тәрбиәләгән. Уларҙың ҡыҙы Гәлсәр Байғусҡарова бала саҡтан "Тамыр" балалар телеканалы тапшырыуҙарында ҡатнаша, алып бара, әле Мәскәүҙә белем ала. Гөлназ Фәрит ҡыҙының социаль селтәрҙәге яҙмаһы ошо хаҡта һөйләй. – “Башҡорт теле” йырың классикаға тартым бит, ҡыҙым, этника кәрәк түгелме ул фестивалгә? — тип шик белдерәм, Гәлсәрҙең Заман этник музыкаһының II халыҡ-ара фестиваленә әҙерләгән программаһын ҡарап. — Улайға китһә, башҡорт халыҡ йырҙары – шау классика! – булды Гәлсәрҙең яуабы. Эстән генә: “Рәхмәт, балам!” – тинем. Гәлсәрҙең башҡортлоҡто шулай тәбиғи һәм ихлас тойоуын мин аңлап та бөтә алмайым. Башҡортлоҡ уның өсөн яҡынлыҡ, яҡтылыҡ, йылылыҡ, матурлыҡ һәм моң. Телефон, паспорт тыштарына хәтлем башҡорт һүрәттәре төшкән уның! Үткән йәкшәмбе Гәлсәр Заман этник музыкаһының II халыҡ-а