“Система-112” мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәгенә үткән түлектә һыу баҫыу тураһында 21 хәбәр килгән. Башҡортостан йылғаларында боҙ китеүен дауам итә, күп урында йылға ситтәрендә боҙ, һыу аҫты ла боҙланған. Әлегә 12 муниципаль райондағы 17 һыу баҫыу урыны контролдә тотола. Улар түбәндәгесә: Архангел, Белорет, Благовар һәм Кушнаренко райондарында – йорт яны участкалары һыу аҫтында ҡалған; Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Белорет, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Салауат һәм Саҡмағош райондарында төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙа туғыҙ урында һыу сыҡҡан; Бишбүләк һәм Шишмә райондарында түбән ерҙә урынлашҡан ике күпер һыу аҫтында. Уҙған тәүлек эсендә һыуҙың иң юғары кимәле түбәнләге төбәктәрҙә күҙәтелде: Салауат районының Сулпан ауылы янында Йүрүҙән йылғаһында һыу кисә 214 сантиметрға күтәрелде, кимәле 458 сантиметрға етте; Өфө янында Ағиҙел йылғаһында һыу кисә 88 сантиметрға күтәрелде, кимәле 259 сантиметрға етте; Бөрйән районының Ҡотан ауылы янында Ағиҙелдә һыу кисә 77 сантиметрға күтәрелде, кимәле 1