Яҡташтарыбыҙ, Күмертау ҡалаһынан ғаилә пары “Ю” каналы йондоҙҙарына әйләнгән. Улар “Статус: Тигеҙ булмаған никах” тапшырыуында төшкән. Ир менән ҡатындың йәш араһы – 51 йыл. Дарьяға 24 булһа, ире Олегка 75 йәш тулған. Михайловтар ғаиләһе тураһында 21 мартта күрһәтәсәктәр. Был хаҡта “Уфа1” баҫмаһы яҙа. Улар 2019 йылда Мәскәүҙә танышҡан һәм бер йыл үткәс өйләнешкән. Ғаиләлә ике малай тыуған. Олег Күмертау ҡалаһында ҡәйнәһе өсөн фатир алған. Әле унда өләсәй кеше ике малайҙы тәрбиәләй. Тәүҙә ҡыҙҙың әсәһе был никахҡа ҡаршы булмай. Ләкин хәҙер ата-әсәһе балаларын үҙҙәре ҡараһын тип талап итә башлаған. Ә Михайловтар Мәскәүҙә йәшәй һәм ирҙең һаулығы менән булған проблемалар арҡаһында Күмертауға һирәк ҡайталар. Был тапшырыуҙа ҡатнашып, улар Дарьяның әсәһен артабан да балаларҙы ҡараһын тип күндерергә тырышҡан... Фото: Уфа1.