Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Аҙау ауылы һыу аҫтында ҡалған

2025 йылдың 19 мартында 112 Системаһының Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 14 хәбәр килгән. Башҡортостан йылғаларында боҙ китеү, болондарҙы баҫыу күҙәтеүҙә. Архангел, Белорет, Благовар һәм Ғафури райондарында йорт яны участкаларын, Әлшәй, Ауырғазы, Белорет, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Салауат, Шишмә һәм Саҡмағош райондарында төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 12 автомобиль юлы участкаһын, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондарында ике тәпәш күперҙе һыу баҫыуға бәйле11 муниципаль берәмектә 20 хәл контролдә тотола. Тәүлек эсендә һыу кимәленең максималь күтәрелеүе билдәләнгән: Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Ағиҙел йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле күтәрелеүе +197 см, ағымдағы кимәле 467 см, йылғаның туғайҙарҙы баҫыуы 460 см; Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында Ләмәҙ йылғаһында тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +130 см, ағымдағы кимәле 345 см; Ҡырмыҫҡалы районының Ляхово ауылында Өршәк йылғаһында тәүлек эсендә һыу кимәле 107 см-ға артҡан, ағымдағы кимәле 533 см, туға

2025 йылдың 19 мартында 112 Системаһының Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 14 хәбәр килгән. Башҡортостан йылғаларында боҙ китеү, болондарҙы баҫыу күҙәтеүҙә. Архангел, Белорет, Благовар һәм Ғафури райондарында йорт яны участкаларын, Әлшәй, Ауырғазы, Белорет, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Салауат, Шишмә һәм Саҡмағош райондарында төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 12 автомобиль юлы участкаһын, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондарында ике тәпәш күперҙе һыу баҫыуға бәйле11 муниципаль берәмектә 20 хәл контролдә тотола. Тәүлек эсендә һыу кимәленең максималь күтәрелеүе билдәләнгән: Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Ағиҙел йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле күтәрелеүе +197 см, ағымдағы кимәле 467 см, йылғаның туғайҙарҙы баҫыуы 460 см; Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында Ләмәҙ йылғаһында тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +130 см, ағымдағы кимәле 345 см; Ҡырмыҫҡалы районының Ляхово ауылында Өршәк йылғаһында тәүлек эсендә һыу кимәле 107 см-ға артҡан, ағымдағы кимәле 533 см, туғайға сығыуы 540 см; Саҡмағош районының Яңы Йомран ауылында Сәрмәсән йылғаһында тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +79 см, ағымдағы кимәле 578 см, йылғаның туғайға сығыуы 500 см; Стәрлетамаҡ районының Отрадовка ауылында Стәрле йылғаһында тәүлек эсендә һыу кимәле күтәрелеше +52 см, ағымдағы кимәле 510 см. Бөгөн төндә Архангел районында Инйәр йылғаһында һыу кимәле күтәрелеү һөҙөмтәһендә Аҙау ауылы һыу аҫтында ҡалған. Урында оператив штаб булдырылған һәм эшләй. Бөтәһе 105 кеше эвакуацияланған, шуларҙың 20-һе - балалар. Ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарына 80 кеше, шул иҫәптән 17 бала ебәрелгән. Эҫе аш, психологтар һәм социаль хеҙмәткәрҙәр ярҙамы ойошторолған. Килеп тыуған хәл һөҙөмтәһендә Архангел районы биләмәһендә муниципаль кимәлдәге ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү буйынса эштәр дауам итә. Бөгөн КА-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолетын файҙаланып, Инйәр йылғаһы Эҫемгә ҡойған урынға тиклем, шулай уҡ Эҫем йылғаһы Ағиҙелгә ҡойған урындан Силәбе өлкәһенең Аша ҡалаһына тиклем урап ҡарап сыҡҡандар. Инйәр йылғаһы үҙәнендә боҙ ҡатламдары тупланыуы күҙәтелгән, Эҫем йылғаһында ла бер аҙ боҙлоҡ бар. Инйәр йылғаһында боҙ китеүҙе әүҙемләштереү маҡсатында Аҙауҙан Тәүәкәс ауылына тиклем йылға участкаһында шартлатыу эштәре үткәрелгән. Шулай уҡ Аҙау халҡына ярҙам күрһәтелә. Урында оператив штаб эшләүен дауам итә. Хәл контролдә тотола. Мәғлүмәт: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.