“Яңы заман өсөн көслө идеялар” федераль форумына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Был сара йыл һайын үткәрелә һәм Рәсәй граждандарының ижтимағи әһәмиәтле башланғыстарын асыҡлауға һәм торомошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Быйыл Башҡортостан халҡы үҙ идеяларын һәм проекттарын биш йүнәлештә тәҡдим итә ала: “милли социаль башланғыс”, “милли эшҡыуарлыҡ башланғысы”, “милли технологик башланғыс”, “милли кадрҙар башланғысы” һәм “милли экологик һәм климат башланғысы”. “Беҙҙең республика “Яңы заман өсөн көслө идеялар” форумына ғаризалар һаны буйынса иң әүҙем төбәк булараҡ федераль кимәлдә лә бер нисә тапҡыр билдәләнде. 2024 йылда беҙ 3,7 мең проект бирҙек, уларҙың һәр береһе республикала һәм Рәсәйҙә тормошто сифат яғынан яҡшыртырға һәләтле”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, форум республика халҡы өсөн үҙ проекты тураһында белдереү һәм у
“Яңы заман өсөн көслө идеялар-2025” форумына ғаризалар бирә алаһығыҙ
19 марта 202519 мар 2025
~1 мин