Был акция бөтә ил буйынса үтә һәм Ҡырымдың Рәсәй менән ҡулышыуының йыллығына арналған. Ошо 500 уҡыусы төрлө тематик сараларҙа ҡатнашты, улар ижади экскурсияларҙа Ҡырымдың әһәмиәтле һәм күренекле урындары менән танышыу мөмкинлеген алды. “Ҡырым биҙәктәре” кеүек акциялар үткәреү йәштәрҙә илһөйәрлек тойоғоһо тәрбиәләүҙә бик ҙур әһәмиәткә эйә. Бындай сараларҙа ҡатнашыу – мөһим ваҡиға тураһындағы иҫтәлекте һаҡлау ғына түгел, ә беҙҙең бәйләнештәрҙә нығытыу ҙа, Башҡортостандың күп милләтле халҡының тарихи Ватан менән берҙәмлеген һәм теләктәшлеген күрһәтеү мөмкинлеге лә. Әләмдәге һәр биҙәк – беҙҙең үткәндәргә ихтирамыбыҙ һәм яҡты киләсәккә ышанысыбыҙ”, – тине Беренселәр хәрәкәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Ранис Хәсәнов. Акция тарихты һәм Ҡырымдың күренекле урындарын өйрәнеү, шулай уҡ Башҡортостандың 20-нән ашыу муниципаль районы һәм ҡалаһында тематик һүрәттәр төшөрөү форматында үтте. Фото: Беренселәр Хәрәкәтенең матбуғат хеҙмәте.