Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышын үткәрҙе. Сарала Совет ағзалары, традицион конфессияларҙың дини руханиҙары, йәмәғәт ойошмалары һәм милли-мәҙәни берекмәләр етәкселәре ҡатнашты. Көн тәртибенә махсус хәрби операция шарттарында милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең тотороҡлолоғон һаҡлау мәсьәләләре ҡуйылғайны. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, Совет ултырышы мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы һәм православие христиандараның Бөйөк посы осоронда үтә. Төбәк етәксеһе диниҙәргә изге ниәттәр, шәфҡәтлелек һәм үҙ-ара ярҙамға ынтылыш, Ватан хаҡына изге эштәрҙә берҙәмлек теләне. “Был тәңгәлдә беҙҙең яугирҙәр өлгө күрһәтә – мосолмандар һәм православныйҙар махсус хәрби операция барышында дөйөм йортобоҙ Рәсәй өсөн иңгә-иң терәп һуғыша”, – тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе ултырыш темаһының төбәктәге дәүләт социаль сәйәсәтенең иң мөһим аспекттарына ҡағылышлы булыуы тураһында әйтте. “Быуаттар буйы тыныслыҡта һәм килешеүҙә 150 ха