Башҡортостандың дүрт университеты – Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡортостан дәүләт медицина университеты һәм Башҡортостан дәүләт аграр университеты “Өҫтөнлөк 2030” Рәсәй университеттарына тәғәйен дәүләт яҡлауы программаһы ҡатнашыусыһы булыуға өлгәште. Был яңылыҡ төбәгебеҙҙең ил күләмендә фәнни-технология үҫеш лидерҙарының береһе булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы. Беҙҙән дүртәү! Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарының “Өҫтөнлөк 2030” стратегия академия лидерлығы программаһына ярашлы үҙ проекттарын яҡлау һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Программала бығаса ҡатнашҡан беҙҙең өс юғары уҡыу йортона – Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Өфө фән һәм технологиялар университетына тағы бер вузыбыҙ – Башҡортостан дәүләт аграр университеты өҫтәлде. Үҫеш программаларын яҡлау уңышлы үтте, тимәк, Башҡортостан вуздары тағы ла федараль финанслау аласаҡ, тип билдәләне Радий Хәбиров. – Был – бик яҡшы яңылыҡ. Әлеге уңыш – беҙҙең университеттар, индустриаль һәм бизнес-партнерҙар менән бергә алып барған ҙур һәм берҙәм эштең һөҙөмтәһе. Барлыҡ ҡатнашыусыларға, айырыуса ректорҙарға рәхмәт. Көслө көнәркәшлек шарттарында дөйөм тырышлыҡ менән Рәсәйҙең юғары мәктәбе һәм фәне системаһында мөһим урын яулап киләбеҙ, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров. – Вуздар күптән инде иҡтисадтың төрлө тармаҡтары өсөн кадрҙар әҙерләүсе генә булыуҙан туҡтаны, тип әйткәнем бар. Улар фәнде үҫтерә, үҙенсәлекле, шул иҫәптән юғары технологиялы тикшеренеүҙәр үткәрә, етештереү тармаҡтарына төрлө эшкәртмәләр индерә, төбәктең һәм илдең алдынғы предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итә. “Өҫтөнлөк 2030” программаһында ҡатнашыу беҙгә фәнни-технология үҫеш йәһәтенән алдынғы төбәк булараҡ яуланған урыныбыҙҙы нығытырға булышлыҡ итәсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың университеттарҙы үҫтереү программаларын яҡлауҙа шәхсән ҡатнашыуы төбәк етәкселегенең фән һәм мәғариф үҫешенә ниндәй әһәмиәт биреүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Уның әүҙем позицияһы федераль үҙәктең иғтибарын республика башланғыстарына йәлеп итергә, шулай уҡ власть, юғары уҡыу йорттары һәм бизнес араһында үҙ-ара эш итеүҙе нығытыуға булышлыҡ итә. Бик ҙур ҡаҙаныш “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында Республиканың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана МОСТАФИНА Башҡортостан вуздарының “Өҫтөнлөк 2030” программаһындағы һөҙөмтәләрен глобаль ҡаҙаныш, тип атаны. – Башҡортостан дәүләт аграр университеты кандидаттан гранттың база өлөшөн алыусы вуздар рәтенә күсте. Мин ҡабалан ғына булһа ла һөҙөмтәләргә күҙ һалдым һәм ошо хәтлем юғары уҡыу йорто грант алыусы булған бер төбәкте лә күрмәнем. Мәҫәлән, Томск ике грант алған, ә Башҡортостан – тотош дүртәү. Был – глобаль ҡаҙаныш. Төбәгебеҙҙең барлыҡ тиерлек юғары белем биреү учреждениелары грант алды, тип әйтергә мөмкин. Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: вуздарҙың эшкәртмәләре бер-береһенекен ҡабатламай. Һәр юғары уҡыу йортоноң үҙ партнеры бар. Мәҫәлән, Өфө фән һәм технологиялар университетының эре партнеры – Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы (ОДК). Вуз “ОДК” ойошторған консорциумға индерелгән, ул яңы быуын двигателдәре ҡороу буйынса 14 технологияның бишәүһен эшләй. Башҡортостан дәүләт медицина университеты өс стратегия проекты тәҡдим итте. Улар технология үҫешен, яңы биопрепараттар булдырыуҙы күҙ уңында тота. Мәҫәлән, яһалма күҙ яҫмығын алайыҡ, ул әле үк булдырылған, сертификация алынған, операциялар яһала. Өфө дәүләт нефть техник университетына килгәндә, яғыулыҡ-энергетика комплексындағы хеҙмәткәрҙәрҙең 52 проценты – беҙҙең нефть университетын тамамлаусылар. Улар ҙа химия, нефть химияһы, интеллектуаль машиналар эшләү эшмәкәрлегенә бәйле проекттарын уңышлы яҡланы. Уларҙың да етештереү тармағына индерергә әҙер эшкәртмәләре һәм шәхсән партнерҙары бар. Башҡортостан дәүләт аграр университеты яһалма интеллект элементтарын ҡулланып, заманса генетика йүнәлештәрен үҫтерә. Улар илебеҙҙең аҙыҡ-түлек программаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Тап ошондай проекттар БДАУ-ға кандидаттар исемлегенән грант алыусылар араһына күтәрелергә булышлыҡ итте. Беҙҙең юғары уҡыу йорттарына алдарына алған маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләргә генә ҡала. “Өҫтөнлөк 2030” программаһы йыл һайын проекттар яҡлауҙы күҙ уңында тота һәм йыл һайын вуздар яңы позициянан эш башлай. Мин уларға яуланғандарҙы тағы ла үҫтереп, башҡа төркөмдәргә күсеүҙәрен, тағы ла юғарыраҡҡа ынтылыуҙарын теләйем, – тине Светлана Анатольевна. БДАУ яңы саҡырыуҙарға әҙер Башҡортостан дәүләт аграр университеты “Өҫтөнлөк 2030” программаһына ярашлы, 2025 йылға билдәләгән үҫеш проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 100 миллион һумлыҡ ярҙам аласаҡ. Вуз тәҡдим иткән программалар алдынғы технологиялар, импортты алмаштырыу һәм илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Был хаҡта юғары уҡыу йортоноң ректоры Илдар ҒӘБИТОВ бына нимә тине: – Беҙҙең университеттың стратегия өҫтөнлөгө ауыл биләмәләрен үҫтерергә һәм илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итергә теләгән Рәсәй граждандарын – ысын һөнәрмәндәрҙе әҙерләүгә ҡайтып ҡала. Коллективтағы һәр кешенең киләсәк беҙҙең ҡулда булыуын аңлауы мөһим. Бының өсөн беҙгә үҙгәрергә, тығыҙ эш алымыныа күсергә, үҙ көсөбөҙгә ышанырға, берҙәм булғанда ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә алыуыбыҙҙы аңларға кәрәк. Беҙ яңы саҡырыуҙарға әҙербеҙ һәм ҡуйған маҡсаттарыбыҙға өлгәшәсәгебеҙгә ышанабыҙ. ФЕКЕР Камил РАМАҘАНОВ, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенты: – Республика “Өҫтөнлөк 2030” программаһында ҡатнашыуға бер нисә юғары уҡыу йорто менән сыҡҡан һирәк төбәктәрҙең береһе булды. Өфө фән һәм технологиялар университеты, нефть һәм медицина университеттары үҙҙәренең һөҙөмтәле эшмәкәрлеген һәм юғары үҫеш потенциалын раҫланы. Башҡортостан дәүләт аграр университетының программала ҡанашыусы статусына эйә булыуы уҡыу йортонда ғилми-белем биреү эшмәкәрлегенең юғары кимәлдә алып барылыуы тураһында ғына түгел, ә тотош республикала фән өлкәһенең сифатлы үҫешен һәм федераль кимәлдә көнәркәшлеккә эйә булыуын раҫлай. Бөгөн Башҡортостан вуздары үҙенсәлекле, шул иҫәптән юғары технологиялы тикшеренеүҙәр үткәргән фәнни-технология прогресс үҙәктәренә әйләнә бара. Университеттар үҙҙәренең эшкәртмәләрен етештереү сәнәғәтенә индереү буйынса эшләй, төбәктең һәм илдең алдынғы предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итә. Был юғары мәктәптең төбәктең һәм илдең инновациялы үҫешендә мөһим роль уйнауын раҫлай. Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты (дөйөм фото); “Башинформ” агентлығы (Светлана Мостафина); Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы (Камил Рамаҙанов).
Башҡортостандың дүрт университеты – Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡортостан дәүләт медицина университеты һәм Башҡортостан дәүләт аграр университеты “Өҫтөнлөк 2030” Рәсәй университеттарына тәғәйен дәүләт яҡлауы программаһы ҡатнашыусыһы булыуға өлгәште. Был яңылыҡ төбәгебеҙҙең ил күләмендә фәнни-технология үҫеш лидерҙарының береһе булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы. Беҙҙән дүртәү! Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарының “Өҫтөнлөк 2030” стратегия академия лидерлығы программаһына ярашлы үҙ проекттарын яҡлау һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Программала бығаса ҡатнашҡан беҙҙең өс юғары уҡыу йортона – Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Өфө фән һәм технологиялар университетына тағы бер вузыбыҙ – Башҡортостан дәүләт аграр университеты өҫтәлде. Үҫеш программаларын яҡлау уңышлы үтте, тимәк, Башҡортостан вуздары тағы ла федараль финанслау аласаҡ, тип билдәләне Радий Хәбиров.