Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бөгөнгө көн геройҙары

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙғы ташҡын һәм янғын хәүефһеҙлеге осоро буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашты. Сараны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев алып барҙы. “Йылы һауа шарттарына бәйле, быйыл яҙғы ташҡын ғәҙәти ваҡытынан алда башланды. Дөйөм алғанда, хәл тотороҡло, әммә март аҙағында илдең Европа өлөшөнөң көнсығышында һәм Көньяҡ Уралда һыу кимәленең критик кимәлдән ашыуы көтөлә”, – тине Дмитрий Патрушев. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала яҙғы ташҡын буйынса хәлдәр бик киҫкен. Йылғалар таша, ауылдарҙы һыу баҫа. Башҡортостанда 13 муниципаль районда 13 ихатаны һыу баҫыуы менән бәйле 16 хәл күҙәтеү аҫтына алынды. Белорет районының Йөйәк ауылы биләмәһендә Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан Ғәбдөк ауылы менән Йөйәк ауылдарын тоташтырған юлды таҙартыу эштәрендә машинист Вил Ғәлиәхмәтов, КамАЗ водителе Рәшит Ғәбделмәнов һәм бригадир Данис Исмәғилов ысын батырлыҡ өлгөһө күрһәткән. Улар - бөгөнгө көндөң ысын геройҙары. Тап улар - ДРСУ-ның Инйәр участка хеҙмәткәрҙәре көн буйына юлды төрлө ағас-ҡыйҙарҙан таҙалаған, боҙ ҡаплаған тығындарын киңәйткән, асҡан. Бөгөн был юл контролдә тотола, барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре теүәл үтәлә. Һыу баҫыу ҡурҡынысы килеп сыҡһа, тиҙ арала түбәндәге телефонға шылтыратығыҙ. "Ҡыҙыу бәйләнеш" телефоны: 8 347 248-12-84. Рим Хазиев фотоһы.