Бөгөн, 19 мартта, Республика менән идара итеү үҙәгендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы студенттар отрядтарын үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара координация советының беренсе ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә хеҙмәт проекттарын ойоштороу һәм уларға ярҙам итеү өсөн өҫтәмә саралар булдырыу мәсьәләләре ҡаралды. Радий Хәбиров үҙенең сығышында Башҡортостанда студенттар отрядтарын үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленеүен билдәләне. Профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар алдында торған төп бурыстар иҫәбендә – проектта ҡатнашыусылар һанын арттырыу, уларҙың хеҙмәте һәм ялы өсөн уңайлы шарттар булдырыу, шулай уҡ студенттарҙың һөнәри әҙерлеген тәьмин итеү. Студент отрядтары – ул аҡса эшләү мөмкинлеге лә, команда рухын һәм шәхси үҫеште үҫтереү өсөн уникаль йәштәр мөхите лә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. – Республика Хөкүмәтенә предприятиеларҙың студенттарҙың хеҙмәт ресурстарына ихтыяжы бармы-юҡмы икәнлеген билдәләргә ҡуштым. Миңә бындай ихтыяж бар, тип хә