Ерҙә бер миллиард йылдан һуң, йәғни 1 000 002 021 йылда, бөтөнләй кислород булмаясаҡ, шуға ла йәшәйеш юҡҡа сығасаҡ, тип хәбәр итә News.ru порталы, Nature Geoscience журналына һылтанып. Унда NASA һәм Япониялағы Тохо университетының тикшеренеү һөҙөмтәләре баҫылған. Улар ошо датаны билдәләү өсөн Ерҙә тормоштоң үҫеүен күҙаллаған “сценарий”ҙы 400 мең тапҡыр ебәреп ҡараған. Ғалимдар билдәләүенсә, кислород фажиғәһенә аномаль ҡояш процестары килтерәсәк. Атмосфераның озон ҡатламы емерелеүе арҡаһында кислород юҡҡа сығыуы ихтимал. Ысын шулай була ҡалһа, бындай ваҡытта ни бары микробтар, анаэроб бактериялар ғына тере ҡаласаҡ. Эксперттар әйтеүенсә, бындай афәттән техник прогресс ҡотҡарыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта улар Ерҙәге тормоштоң башҡа катаклизмдар арҡаһында күпкә иртәрәк юҡҡа сығыу ихтималлығын да кире ҡаҡмай. Фото: Башинформ.