Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Аҫылмалы күперҙе боҙ киҫәктәре саҡ емермәне...

Был ауыл халҡын кисә кис Еҙем ташыу арҡаһында эвакуацияларға мәжбүр булғайнылар. Боҙ тығылыуы арҡаһында йылға ярҙарынан сыҡҡан. Аҫылмалы күперҙе лә боҙ киҫәктәре ныҡ бәүелдерҙе, саҡ емермәне, ләкин ахырҙа ул төҙөк килеш ҡалды. Бәхеткә күрә, кешеләр имгәнмәне. Бөтәһе 31 кешене ваҡытлыса Имәндәш ауылына күсереп торҙолар. Иртән һыу кимәле элекке кимәленә, йылға ярҙарына төштө. “Әлеге мәлдә ауылға ташҡын ҡурҡынысы янамай. Күрше Имәндәш ауылы халҡына һәм эвакуацияға ярҙам иткән барлыҡ кешеләргә ҙур рәхмәт!” – тине Ғафури район хакимиәте башлығы Венер Вәхитов. Ошо хаҡта бөгөн райондың “Звезда” гәзите яҙып сыҡты. Фото: “Звезда” гәзите.