Наҙгөл Байғужина – интекллектуаль йәһәттән мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар араһында өҫтәл теннисы буйынса спорт мастеры алған беренсе Сибай спортсыһы! Наҙгөл Байғужина Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составында “өҫтәл теннисы” дисциплинаһында интеллектуаль йәһәттән мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар араһында Рәсәй чемпионатында һәм беренселегендә бик шәп сығыш яһаған. Ярыштар Сыуашстан Республикаһының Чебоксар ҡалаһында 10-15 мартта үткән. Сарала илдең 24 төбәгенән 150-нән ашыу спортсы көс һынашҡан. Башҡортостан командаһы бронза миҙал яулаһа, Наҙгөл Байғужина парлы уйындарҙа Рәсәйҙең спорт мастеры нормативын үтәп, икенсе урын яулаған. Наҙгөл Байғужинаны тренеры Артём Лежнев әҙерләгән. Әйткәндәй, ҡаланың физик культура һәм спорт комитеты үткәргән бөтә спорт саралары сәләмәтлекте нығытыуға йүнәлдерелгән. Шулай уҡ физик әүҙемлекте арттырыу, спорт резервын әҙерләү, халыҡтың физик әҙерлеген булдырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Йыл дауамында төрлә йәштәге халыҡты йәл