Артист тормошо менән ҡыҙыҡһыныусылар күп инде. Бигерәк тә Башҡортостанда һәм Татарстанда популяр булған Илһөйә Бәҙретдинованың шәхси тормошон һәр кем күҙәтергә ярата. Күптән түгел йырсыға социаль селтәрҙә улының әсәһенең концертына йөрөү-йөрөмәүе тураһында бик ҡыҙыҡ һорау биргәндәр. "Ҡазанда үткән концерттарға килгеләй. Шыпырт ҡына ҡарап ултыра ла тыныс ҡына ҡайта ла китә. Үҙен күрһәтмәҫкә ҡуша", - тип яуап биргән Илһөйә Бәҙретдинова. Бик серле егет булып сыҡты әле Нариман Шиһапов. Уңайһыҙлана, күрәһең... Алданыраҡ беҙ Наримандың һүрәт төшөрөргә яратыуы хаҡында яҙған инек. Фото: Илһөйә Бәҙретдинованың шәхси архивынан