Мине актриса булараҡ Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" спектакленән һуң ҡабул иттеләр. Уға тиклем күрмәйҙәр ҙә, хатта ҡасандыр актриса булып, асылып китәсәгемә ышанмайҙар ҙа кеүек ине. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән, күктә йондоҙҙар киҫеште, ахыры, Айрат Әхтәм улы Абушахманов диплом эшен эшләү өсөн театрға килде һәм миңә Әсҡәт ролен бирҙе. Нисек ышанғандыр, мине нисек был ролдә күргәндер, уныһын үҙе генә белә. Ғөмүмән, Айрат Әхтәм улы нескә психолог, уның янында хатта ниндәйҙер уй уйларға ла ҡурҡыта, сөнки һинең ҡарашыңдан нимә уйлап торғаныңды уҡыған кеүек. Әгәр ҙә ваҡытында ошо ролем булмаһа, кем белә, бәлки, мин театрҙан китергә лә мәжбүр булыр инем. Малай роленән ҡурҡманым да, йәмһеҙ күренермен, тип тә борсолманым. Уҡыған саҡта Таңсулпан Даһи ҡыҙы, бер ваҡытта ла сәхнәлә йәмһеҙ күренәм, тип ҡурҡма, әгәр ҙә ҡурҡаһың икән, һин актер түгел, тип өйрәтә ине. Ситтән үҙеңә ҡарау, көҙгө алдында репетициялар үткәреү ҙә дөрөҫ түгел, ул саҡта һин нисек матур күренәйем, тип баш ватып, асылы
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәзифә ДИНМӨХӘМӘТОВА: "Ошо роль менән ҡайғымды еңә алдым...
19 марта 202519 мар 2025
3
1 мин