Быйыл Башҡортостанда кәмендә 486 километр юл һәм 10 яһалма ҡоролма ремонтланасаҡ. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы башҡарыла, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Мәҫәлән, Архангел районында Ағиҙел, Хәйбулла районында Таналыҡ, Башҡортостан менән Татарстан сигендә Октябрьский янындағы Ыҡ йылғалары аша күперҙәр һәм башҡа ҙур объекттарҙа эштәр планлаштырыла. Асҡын – Көнгәк юлының яҡынса өс, Ишембай – Воскресенск – Мәләүез трассаһының алты, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск трассаһының 11, Миәшәгәр – Торналы – Мөрсәлим юлының өс саҡрымы һәм башҡа юлдар рәткә килтереләсәк. Бөтә эштәрҙе лә 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. – Төп бурысыбыҙ – республика халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн юлдарҙа хәүефһеҙ һәм уңайлы юл йөрөүҙе тәьмин итеү, шулай уҡ ҡалалар һәм ауылдар араһында юл селтәрен үҫтереү, – тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Билдәле булыуынса, “Тормош өсөн инфраструктура“ (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: БР Хөкүмәте.