Башҡортостандың “Росагролизинг” компанияһы менән хеҙмәттәшлеге республикаға ауыл хужалығы техникаһы ташыу менән генә сикләнмәйәсәк. Был турала агросәнәғәт форумында йәмғиәттең генераль директоры, Берләшкән лизинг ассоциацияһы президенты Павел Косов белдерҙе. – Беҙ Башҡортостанға ауыл хужалығы техникаһы ташыу күләмен арттырасаҡбыҙ, – тине ул. – Шулай уҡ лизингка коммуналь хеҙмәттәр өсөн техника алып тапшырыуҙа хеҙмәттәшлек һәм булышлыҡ итергә килештек. Автобустар буйынса ла ошондай эш башлау ҡарала. Тиҙҙән, айырым программаға ярашлы, төбәк операторҙарының ихтыяждары өсөн сүп-сар ташыу техникаһы алырға ярҙам итеү мөмкинлеге булыр тип ышанам. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, агросәнәғәт форумына ярашлы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Росагролизинг” компанияһы генераль директоры Павел Косов менән осрашты. Республика етәксеһе ике яҡлы хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләрен юғары баһаланы. Мәҫәлән, былтыр ошо компания булышлығында төбәгебеҙгә 4,6 миллиард һумға ауыл хужалығы техникаһы алынды – һан йәһәтенән,