Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Александр Даниловтың “Камиллыҡҡа юл” күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Башҡорт опера театрында Рудольф Нуреев исемендәге XXV халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале сиктәрендә “Республика Башкортостан” гәзите фотохәбәрсеһе Александр Даниловтың “Камиллыҡҡа юл” күргәҙмәһе асылды. Экспозиция илебеҙҙең буласаҡ балет йондоҙҙарына — Рудольф Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжы студенттарына арналған. Александр Данилов оҙаҡ йылдар фото төшөрөү менән мауыға һәм башҡорт балеты артистарының яратҡан фотографы. Үҙ эшенең оҫтаһы колледждың репетицияларында, конкурстарында, фестивалдәрендә, уҡырға инеү мәле һәм сығарылыш имтихандарында төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙең ҙур коллекцияһын туплаған. Күргәҙмәлә уларҙың бер өлөшөн күрергә мөмкин. - Был балалар миндә тәрән ихтирам уята. Улар колледжға бәләкәйҙән үҙ теләге менән килә. Ят ҡалаға уҡырға килергә ҡарар итеүҙәре, ҙур көсөргәнешлеккә, ауырлыҡтар аша үтергә лә риза булыуҙары минең өсөн үҙе бер йомаҡ. Бының өсөн ныҡлы ихтыяр көсө кәрәк! Мин уларҙы нимәгә өйрәтеүҙәрен, кемдәр уҡытыуын, ниндәйерәк уҡыусылар икәнен

Өфөлә Башҡорт опера театрында Рудольф Нуреев исемендәге XXV халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале сиктәрендә “Республика Башкортостан” гәзите фотохәбәрсеһе Александр Даниловтың “Камиллыҡҡа юл” күргәҙмәһе асылды. Экспозиция илебеҙҙең буласаҡ балет йондоҙҙарына — Рудольф Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжы студенттарына арналған. Александр Данилов оҙаҡ йылдар фото төшөрөү менән мауыға һәм башҡорт балеты артистарының яратҡан фотографы. Үҙ эшенең оҫтаһы колледждың репетицияларында, конкурстарында, фестивалдәрендә, уҡырға инеү мәле һәм сығарылыш имтихандарында төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙең ҙур коллекцияһын туплаған. Күргәҙмәлә уларҙың бер өлөшөн күрергә мөмкин. - Был балалар миндә тәрән ихтирам уята. Улар колледжға бәләкәйҙән үҙ теләге менән килә. Ят ҡалаға уҡырға килергә ҡарар итеүҙәре, ҙур көсөргәнешлеккә, ауырлыҡтар аша үтергә лә риза булыуҙары минең өсөн үҙе бер йомаҡ. Бының өсөн ныҡлы ихтыяр көсө кәрәк! Мин уларҙы нимәгә өйрәтеүҙәрен, кемдәр уҡытыуын, ниндәйерәк уҡыусылар икәнен күрҙем, ябай мәктәпкә ҡарағанда бында белем күләме күберәк бирелә. Минең өсөн был балалар — ниндәйҙер үҙенсәлекле, ғәҙәттән тыш ҡатлам, - ти фотограф. - Александр Леонидович - Башопераның һәм беҙҙең колледждың дуҫы. Бик аҙ фотографтар балетты шулай тоя һәм аңлай. Сөнки артист менән бейеүҙең берләшкән мәлен тотоп алырға кәрәк, — тип билдәләне Нуреев исемендәге хореография колледжы директоры Илдар Маняпов. Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/kultura/2025-03-18/v-ufe-otkrylas-personalnaya-vystavka-fotohudozhnika-aleksandra-danilova-4161728 Альберт Заһиров фотолары.