Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яҙғы ташҡын буйынса көнүҙәк мәғлүмәт

Башҡортостанда 13 муниципаль районда 13 ихатаны һыу баҫыуы менән бәйле 16 хәл күҙәтеү аҫтына алынды. Был һыу баҫыуҙар Архангел, Белорет, Благовар һәм Ғафури райондарында күҙәтелә. Әлшәй, Ауырғазы, Белорет, Благовар, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы һәм Ғафури райондарында юлдарҙағы 10 участканы һыу баҫҡан, Өфө районындағы ике баҡсасылыҡ ширҡәте лә һыу аҫтында. Үткән тәүлектә һыуҙың иң юғары кимәле түбәндәге төбәктәрҙә булды: – Хәйбулла районының Һамар ауылы янында Таналыҡ йылғаһы бер тәүлектә 279 сантиметрға күтәрелде һәм 110 сантиметрға етте; – Ҡырмыҫҡалы районының Ляхов ауылы янында Өршәк йылғаһының кимәле 163 сантиметрға күтәрелде һәм 426 сантиметрға етте; – Стәрлетамаҡ районының Отрадовка ауылы янында Стәрле йылғаһының кимәле 105 сантиметрға күтәрелде һәм 338 сантиметрға етте; – Иглин районының Глуховский ауылы янында Сим йылғаһының кимәле 105 сантиметрға күтәрелде һәм 338 сантиметрға етте. Яҙғы ташҡындың йоғонтоһон кәметеү өсөн боҙҙо бысыу, шартлатыу һәм башҡа эштәр башҡарыла. Фото: “Башинфо

Башҡортостанда 13 муниципаль районда 13 ихатаны һыу баҫыуы менән бәйле 16 хәл күҙәтеү аҫтына алынды. Был һыу баҫыуҙар Архангел, Белорет, Благовар һәм Ғафури райондарында күҙәтелә. Әлшәй, Ауырғазы, Белорет, Благовар, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы һәм Ғафури райондарында юлдарҙағы 10 участканы һыу баҫҡан, Өфө районындағы ике баҡсасылыҡ ширҡәте лә һыу аҫтында. Үткән тәүлектә һыуҙың иң юғары кимәле түбәндәге төбәктәрҙә булды: – Хәйбулла районының Һамар ауылы янында Таналыҡ йылғаһы бер тәүлектә 279 сантиметрға күтәрелде һәм 110 сантиметрға етте; – Ҡырмыҫҡалы районының Ляхов ауылы янында Өршәк йылғаһының кимәле 163 сантиметрға күтәрелде һәм 426 сантиметрға етте; – Стәрлетамаҡ районының Отрадовка ауылы янында Стәрле йылғаһының кимәле 105 сантиметрға күтәрелде һәм 338 сантиметрға етте; – Иглин районының Глуховский ауылы янында Сим йылғаһының кимәле 105 сантиметрға күтәрелде һәм 338 сантиметрға етте. Яҙғы ташҡындың йоғонтоһон кәметеү өсөн боҙҙо бысыу, шартлатыу һәм башҡа эштәр башҡарыла. Фото: “Башинформ”.