Найти в Дзене

Радий Хәбиров яҙғы ташҡынға әҙерлек кәңәшмәһендә ҡатнашты

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙғы ташҡын һәм янғын хәүефһеҙлеге осоро буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашты. Сараны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев алып барҙы. “Йылы һауа шарттарына бәйле, быйыл яҙғы ташҡын ғәҙәти ваҡытынан алда башланды. Дөйөм алғанда, хәл тотороҡло, әммә март аҙағында илдең Европа өлөшөнөң көнсығышында һәм Көньяҡ Уралда һыу кимәленең критик кимәлдән ашыуы көтөлә”, – тине Дмитрий Патрушев. Ул быйыл гидротехник ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлауға 6,5 миллиард һум бүлеү ҡаралыуын хәтергә төшөрҙө. Шуны ла билдәләргә кәрәк: Башҡортостанда яҙғы ташҡын осорон хәүеф-хәтәрһеҙ үткәреү буйынса киң эш йәйелдерелде. Боҙ тығылмаһын өсөн үткән аҙнала Инйәр һәм Сөн йылғаларында шартлатыу эштәре үткәрелде. Ошондай уҡ сара Әй һәм Йүрүҙән йылғаларында ла башҡарыласаҡ. Халыҡты эвакуациялау була ҡалһа, ваҡытлыса урынлашыу өсөн 333 пункт булдырылған. Фото: БР Башлығы сайты.