Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфө гимназияһына яугир ҡыҙын күрергә килгән

Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә урынлашҡан Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһына махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугир ҡыҙын күрергә тип килгән. Был хаҡта белем усағының директоры Шайморат Азамат улы Тимербулатов бына нисек һөйләне: “Бөгөн гимназиябыҙға махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугир уҡыусы ҡыҙын күрергә килде. Һалдат тәүҙә миңә инде, гимназия тураһында хәл белеште, үҙенең хәлдәрен һөйләне. Шунан ҡыҙын күрергә килеүе тураһында белдерҙе. Ҡыҙына сәскә гөлләмәһе алып килгән икән. Мин шунда ғына уның бөгөн генә ялға ҡайтыуын белеп ҡалдым. Баланың аптырап ҡалыуын, ҡыуанысынан нимә эшләргә белмәүен күрһәгеҙ ине!.. Иң мөһиме, илебеҙгә тыныслыҡ һәм еңеү килеп, атайҙар ғаиләләренә иҫән ҡайтһындар!” Беҙ ҙә ошо изге теләктә ҡалабыҙ! Видео: Ш.А. Тимербулатовтан. Фото: видеояҙманан скриншот.